

20 октябрҙә коронавирус инфекцияһынан һуң өҙлөгөүҙән врач-рентгенолог, Республика клиник инфекция дауаханаһының Зубов филиалы компьютер томографияһы кабинеты мөдире Ринат Әдип улы Кайбышев вафат булды, тип хәбәр итте “Башинформ”.
«Ул үҙ һөнәре оҫтаһы ине, тәжрибәле һәм белемле табип булды. Ярҙам, кәңәш, консультация һорап килгән йөҙәрләгән кешенең барыһына ла ваҡыт тапты, ярҙам итте. Уны бөтәһе лә хөрмәт итте һәм ҡәҙерләне. Ысын интеллигент, ярҙамсыл, битараф түгел кеше ине, өлгөлө ғаилә башлығы булды. Ҡайғырабыҙ», – тип хәбәр иткәндәр Республика клиник инфекция дауаханаһынан
Табиптың үлеме факты буйынса тикшереү уҙасаҡ.
Фото:rkibufa, Instagram