Ваҡиғалар
21 Октября 2021, 07:45

Йәш боксер айыуға ҡаршы бысаҡ менән алышҡан

Рәсәй боксеры Илья Медведев ҡырағай айыуҙы үлтергән, үҙе хәҙер реанимацияла

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш боксер айыуға ҡаршы бысаҡ менән алышҡанЙәш боксер айыуға ҡаршы бысаҡ менән алышҡан
Йәш боксер айыуға ҡаршы бысаҡ менән алышҡан

“Ҡыҙыл таң” хәбәр итеүенсә, Төмәндән 23 йәшлек спортсы Иртыш йылғаһында балыҡ тотҡандан һуң, тағы ике балыҡсы менән бергә урман аша ҡайтып барғанда уларға айыу һөжүм иткән һәм ирҙәрҙең береһен үлтергән.

Шул саҡ Медведев ҡырағай йәнлек менән көрәшә башлай. Ул йыртҡысты бысаҡ менән яралай, айыу үлә. Һөжүм ваҡытында иҫән калған балыҡсы бокерҙа дауаханаға алып бара. Хәҙерге ваҡытта спортсы реанимацияла.

Илья Медведев - бокс буйынса спорт мастеры. 2019 йылда ул Рәсәй Ҡораллы Көстәре чемпионатында алтын миҙал яулаған, 64 килограммға тиклем ауырлыҡ категорияһында иң яҡшыһы булған.

НТВ каналы белдереүенсә, боксер тәүҙә айыуға мылтыҡтан атҡан. Иҫән ҡалған балыҡсы Денис Чеботарь LIFE SHOT Telegram-каналына түбәндәгеләрҙе һөйләгән:

– Ехали мы домой по реке Иртыш на моторной лодке. Подъехали к лесу, Слава и Илья вышли. Я лодку поднимал, а потом услышал крики. Побежал, увидел мертвого Славу. А Илья успел два раза выстрелить в медведя, он отбегал, перезаряжал. Потом он его уже ножом тыкал.

Фото: tyumen.sledcom.ru, csp72.ru, ntv.ru

Автор:Юлай Мурзабаев