

Стәрлетамаҡтың 25-се мәктәбендә булған был ваҡиға. 8 йәшлек инвалид малай музыка дәресендә кластан сыға. Был бүлмә 2-се ҡатта була. Торараҡ күп йәрәхәттәр алған малайҙы 1-се ҡаттан табалар. Уның ҡулы, янбаш һөйәктәре һынған, умыртҡа һөйәге зыян күргән.
Әле уға операция эшләгәндәр. кәм тигәндә 2 ай түшәктә ятырға тейеш буласаҡ. Табиптар малайҙың ҡасан аяҡҡа баҫырын, бөтөнләй атлап китә алырмы икәнен фаразламай.
Ғәрип балаға кемдең ҡулы күтәрелгәндер ҙә, уны нимә этәргәндер - әлегә билдәһеҙ.