

Башҡортостанда йыл башынан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 11 меңдән артыҡ иҫерек водитель тотолған, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Төбәк юлдарындағы хәл-торош тураһында бөгөн БР хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев һөйләне. ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан 11 678 артыҡ иҫерек водитель тотолған. Шуларҙың 171-е юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле булған. 18 октябрҙән 24-нә тиклем спиртлы эсемлек эсеп транспорт сараһына идара итеүселәр һаны 254 кеше тәшкил иткән, шуларҙың алтыһы юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған.