Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
25 Октябрь 2021, 22:59

Саллыла емеректәрҙән туғыҙ кешене сығарғандар

Бөгөн Яр Саллы ҡалаһында йорт шартлауы тураһында хәбәр иткәйнек. Әлеге мәлгә шулар билдәле булды

Саллыла емеректәрҙән туғыҙ кешене сығарғандар
Саллыла емеректәрҙән туғыҙ кешене сығарғандар

Яр Саллы ҡалаһында 5 ҡатлы йорттоң 4-се ҡатында газ шартлаған.

Башта ике зыян күреүсе - 2004 һәм 2010 йылға бер туғандар тураһында хәбәр ителһә, әлеге мәлгә зыян күреүселәрҙең һаны артҡан. Ҡотҡарыусылар емеректәр араһынан 9 кешене, шул иҫәптән 2010 йылғы баланы сығарған, тип хәбәр итә РИА НОВОСТИ. Береһенең хәле ауыр.

Ҡала ҡунаҡханаһында 400 кешелек ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылған. Ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөүгә 155 кеше, 49 берәмек техника йәлеп ителгән.

Шартлау һөҙөмтәһендә 14 кеше йәшәгән алты фатир зыян күргән.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: