Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
26 Октябрь 2021, 10:15

9 йәшлек бала яңылыш ҡына 4 йәшлек күршеһенә атҡан

Табиптар башы йәрәхәтләнгән малайҙың ғүмерен һаҡлап ҡала алмаған.

9 йәшлек бала яңылыш ҡына 4 йәшлек күршеһенә атҡан
9 йәшлек бала яңылыш ҡына 4 йәшлек күршеһенә атҡан

Хакасияла был хәл август айында уҡ булған. 43 йәшлек ир пневматик винтовка һатып алып, уны һарайҙа йәшереп ҡуйған. 9 йәшлек улы 4 йәшлек күрше малай менән һарайҙа уйнағанда ҡоралды табып ала. Винтовканы ҡарағанда яңылыштан бәләкәй малайға ата һәм башына эләгә.

Табиптар ике ай дауамында малайҙың ғүмере өсөн көрәшә, тик ҡотҡарып ҡала алмай...

Ҡорал хужаһына иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында баланың сәләмәтлегенә зыян килтергән өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған булған. Тәфтиш комитеты был статьяны ауырырағы менән алмаштырырға ниәтләй. Тикшереү эштәре дауам итә.

 

 

  

 

 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: