Ваҡиғалар
29 Октября 2021, 05:45

80 йәшлек әбей магазин ҡыйығына осоп төшкән

Песионерка дүртенсе ҡаттан ҡолаған һәм иҫән ҡалған

Добавить в предпочтительные источники Google
80 йәшлек әбей магазин ҡыйығына осоп төшкән80 йәшлек әбей магазин ҡыйығына осоп төшкән
80 йәшлек әбей магазин ҡыйығына осоп төшкән

28 октябрҙә көндөҙ ҡаланың мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә ошо хәл тураһында хәбәр иткәндәр. 80 йәшлек әбей Октябрь проспектының 81/2-се йортоноң беренсе ҡатында урынлашҡан магазин ҡыйығына ҡолап төшкән, тип хәбәр итте “Башинформ”.

Урынға Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығының Эҙләү-ҡотҡарыу отряды, ашығыс ярҙам, полиция хеҙмәткәрҙәре килеп еткән.

«Ҡотҡарыусылар зыян күргән әбейҙе аҫҡа алып төшкән һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, был хәл дүртенсе ҡатта булған. Ашығыс ярҙам бригадаһы уны дауаханаға илткән», — тип хәбәр иттеләр Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Фото: Өфө буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте / “Башинформ”

Автор:Юлай Мурзабаев