

Өфө ҡалаһының Калинин районы полиция бүлегенә 4 ноябрҙә ир кеше мөрәжәғәт иткән һәм уның фатиры аҫтында баҙҙа мәйет ятыуын хәбәр иткән. Был мәйет уның танышы Эдуард Х. булыуын һәм уны дүрт йыл элек – 2017 йылдың 30 октябрендә спиртлы эсемлек эскән ваҡытта үлтереүен таныған.
“Башинформ” хәбәр итеүенсә, ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм барған. Мәғлүмәт раҫланған. Материалдар республиканың Тәфтиш идаралығына тапшырылған. Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, 48 йәшлек ир кеше ҡулған алынған, үлтерелеүсе, уның 32 йәшлек туғаны, енәйәт көнөндә наркотик ҡулланған. Уның юғалыуы тураһында бер кем дә хәбәр итмәгән, сөнки ул туғандары менән аралашмаған.
Фото: СУ СКР по РБ / “Башинформ”.