Ваҡиғалар
10 Ноября 2021, 12:45

Йөк автомобилдәре менән бәрелешеүҙән ике кеше һәләк булған

Еңел автомобиль менән йөк машинаһы бәрелешеүҙәрендә йәш ҡыҙ һәм ВАЗ водителе һәләк булғандар

Добавить в предпочтительные источники Google
Йөк автомобилдәре менән бәрелешеүҙән ике кеше һәләк булғанЙөк автомобилдәре менән бәрелешеүҙән ике кеше һәләк булған
Йөк автомобилдәре менән бәрелешеүҙән ике кеше һәләк булған

Үлем менән тамамланған юл-транспорт ваҡиғаһы 10 ноябрҙә Туймазы районында булған, тип хәбәр итә “Башинформ”. Республика ЮХХДИ-һы мәғлүмәте буйынса, 45 йәшлек ҡатын идара иткән Hyundai Solaris менән Volvo йөк машинаһы бәрелешкән. Һөҙөмтәлә еңел автомобилдәге 18 йәшлек ҡыҙ ашығыс ярҙам бригадаһы килеп еткәнгә ҡәҙәр вафат булған. «Солярис»-тың водите госпитализацияланған.

Авария сәбәптәрен тәфтишселәр асыҡлаясаҡ.

Шулай уҡ бөгөн, 10 ноябрҙә, Шишмә районында ВАЗ-2121 автомобиле менән "КамАЗ" бәрелешкән, тип хәбәр итә Newsbash.ru. Авария һөҙөмтәһендә ВАЗ водителе алынған йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Урында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.

Фото: БР буйынса ЮХХДИ идарлығының матбуғат хеҙмәте

Автор:Юлай Мурзабаев