

Кушнаренко районында 10 балалы ғаилә янғын иҫкәрткес сигнал биреүе һөҙөмтәһендә иҫән ҡалған, тип хәбәр итә Newsbash.ru. Өй янып бөткән, әммә унда йәшәүселәр ваҡытында сығып өлгөргән һәм зыян күрмәгән.
Янғын бөгөн Кушнаренко районының Субай ауылында майҙаны 120 кв м булған өйҙә сыҡҡан. Торлаҡ автономлы янғын иҫкәрткестәр менән йыһазландырылған булған һәм уларҙың сигнал биреүе ғаиләне ҡотҡарған. Урындағы властар ғаиләгә ваҡытлыса торлаҡ тәҡдим иткән, ләкин улар был тәҡдимдән баш тартып, дуҫтарына йәшәргә киткән.
Ҡотҡарыусылар хәбәр итеүенсә, өйҙә 10 балалы ғаилә йәшәгән. Балаларҙың етәүһе мәктәп йәшендә, икәүһе балалар баҡсаһына йөрөй, өлкән улдары Өфөлә айырым йәшәй.