Ваҡиғалар
22 Ноября 2021, 14:45

Ике балыҡсы ҡарҙа ҡамалып ҡалған

Ҡотҡарыусылар уңайһыҙ һауа шарттары тураһында көн дә иҫкәртеп торһа ла...

Добавить в предпочтительные источники Google

Республикала нисәнсе көн инде ҡар ҡатыш ямғыр яуа, ә ҡотҡарыусылар көн дә уңайһыҙ һауа шарттары тураһында иҫкәртә.

Система-112 саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә бөгөн Дүртөйлө районы Ҡаҙы-Йәлдәк ауылында ике балыҡсы Renault Logan автомобиле менән ҡарға батҡан тип хәбәр иткәндәр, тип яҙа "Башинформ".

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, барыһы ла имен тамамланған: ҡар ҡамауына эләккән ирҙәрҙе махсус техника ярҙамында сығарғандар.

Автор:Юлай Мурзабаев