Ваҡиғалар
22 Ноября 2021, 05:45

Ике ҡыҙ һәм бер пенсионерка ағыуланған

Башҡортостанда бер тәүлектә ике мунсала ике йәш ҡыҙ һәм бер пенсонерка һөрөм газы менән ағыуланған

Добавить в предпочтительные источники Google
Ике ҡыҙ һәм бер пенсионерка ағыуланғанИке ҡыҙ һәм бер пенсионерка ағыуланған
Ике ҡыҙ һәм бер пенсионерка ағыуланған

"Башинформ" хәбәр итеүенсә, беренсе хәл Туймазыла булған. Мунсала мейес шибере ябыҡ булғанлыҡтан 15 һәм 18 йәшлек ҡыҙҙар һөрөм газы менән ағыуланған. Урындағы дауаханала ҡарағандан һуң 18 йәшлек ҡыҙҙы өйөнә ҡайтарғандар, ә үҫмер ҡыҙҙы педиатрия бүлегенә һалғандар.

Ошоға оҡшаш хәл Нефтекамала булған. Күршеләре мунсала иҫен юғалтҡан 68 йәшлек ҡатынды тапҡандар. Ашығыс ярҙам уны дауаханаға алып киткән. Табиптар баһалауынса, пенсионерканың хәле яҡшырған, ул аңына килгән.

Автор:Юлай Мурзабаев