Ваҡиғалар
26 Ноября 2021, 06:20

Яҡташыбыҙ ҡот осҡос енәйәт ҡылған

Шик аҫтына алыныусы пенсионерканың күҙҙәрен ҡырҡып алған һәм үлергә ҡалдырған

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡташыбыҙ ҡот осҡос енәйәт ҡылғанЯҡташыбыҙ ҡот осҡос енәйәт ҡылған
Яҡташыбыҙ ҡот осҡос енәйәт ҡылған

Кубандәге Петровская станцияһында ҡот осҡос енәйәт булған. Ир кеше таныш булмаған пенсионерканың өйөнә инеп, уны туҡмаған, бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән һәм күҙ алмаларын ҡырҡып алған, тип хәбәр итә “Башинформ” РЕН ТВ мәғлүмәттәренә һылтанып.

Енәйәтсе бының менән туҡтап ҡалмаған. Ул ҡорбанының ауыҙына быяла ярсыҡтары тултырған. Үлтереүҙә шик аҫтына алыныусыны полиция хеҙмәткәрҙәре шул көндә үк ҡулға алған. Ул Башҡортостан кешеһе булып сыҡҡан. Һорау алыуҙа енәйәтсе адрес менән яңлышыуын белдергән, ул икенсе кешене үлтеререгә теләгән булған. Шулай уҡ уның көслө наркотик тәьҫирендә булғаны билдәле.

Фото: “Башинформ”

Автор:Юлай Мурзабаев