Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
27 Ноябрь 2021, 09:27

Күпкә өмөтләнеп, булғанынан "ҡолаҡ ҡаҡҡан": Башҡортостанда 45 йәшлек ир мутлашыусылар ҡорбаны булған

Мутлашыусылар йоҡламай шул. Әле полиция уларҙың эҙенә төшмәгән.

Күпкә өмөтләнеп, булғанынан "ҡолаҡ ҡаҡҡан": Башҡортостанда 45 йәшлек ир мутлашыусылар ҡорбаны булған
Күпкә өмөтләнеп, булғанынан "ҡолаҡ ҡаҡҡан": Башҡортостанда 45 йәшлек ир мутлашыусылар ҡорбаны булған

Октябрьский ҡалаһында бер ир матур тормош хаҡында хыялланып, аҡса йыйған. Шул уҡ ваҡытта тупланмаһын арттырыу маҡсатында эҙләнгән, ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы үҫтереү тураһында интернетта төрлө роликтар ҡараған. Хатта берәүһендәге һылтанма буйынса инеп, сайтта теркәлгән.

Шунан башлана ла инде теге "эре брокер компанияһы"нан шылтыратыуҙар. Бик матур һөйләшеп, тегеләр ирҙе еңел табышҡа ымһындыра башлай. Йәнәһе аҡсаңды бер һалаһың да, уның арта барыуына ҡыуанып, кәрәк сумма йыйылғанса көтәһең. Ә кәрәкленең барыһын да махсус тәғәйенләнгән куратор эшләй.

Ир, тиҙ һәм анһат байыу мөмкинлегенән албырап, 845 мең һум аҡсаһын күсерә һәм... "брокерҙар" юҡҡа сыға.

Бөгөнгәсә полиция уларҙы таба алмай.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: