Ваҡиғалар
30 Ноября 2021, 11:45

Юл-транспорт фажиғәһендә 8 йәшлек өс бала һәләк булған

Тере ҡалған уҡытыусы һәм бер бала ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған

Добавить в предпочтительные источники Google
Юл-транспорт фажиғәһендә 8 йәшлек өс бала һәләк булғанЮл-транспорт фажиғәһендә 8 йәшлек өс бала һәләк булған
Юл-транспорт фажиғәһендә 8 йәшлек өс бала һәләк булған

Алтай крайында тимер юлын ҡарҙан таҙартыусы поезд еңел автомобиль менән бәрелешкән, тип хәбәр итә РЕН ТВ. Был хәл 29 ноябрҙә Тальмен районында булған. Һөҙөмтәлә өс бала – бер ҡыҙ һәм ике малай һәләк булған, водитель һәм тағы бер бала зыян күргән, һуңғылары ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.

Автомобилгә уҡытыусы ҡатын идара итеүе билдәле. Ул дәрестәрҙән һуң балаларҙы өйҙәренә алып китеп барған булған.

Фото: ИЗВЕСТИЯ

Автор:Юлай Мурзабаев