Ваҡиғалар
4 Декабря 2021, 05:45

Өфө-Ырымбур юлында бер урында өс авария булған

3 декабрҙә бер участкала бер көндә өс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәләгән

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө-Ырымбур юлында бер урында өс авария булғанӨфө-Ырымбур юлында бер урында өс авария булған
Өфө-Ырымбур юлында бер урында өс авария булған

БР ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, көндөҙ Өфө-Ырымбур автоюлының 52-се саҡрымында өс авария теркәлгән, тип хәбәр итә “Башинформ”. Иң беренсе бер йүнәлештә китеп барған Renault Mégane һәм Daf йөк машинаһы бәрелешкән. Бер аҙ ваҡыттан һуң шул уҡ участкала Mitsubishi Outlander менән Volkswagen Tiguan төкөшкән. Күп тә үтмәй «Лада Гранта» туҡталып торған Mitsubishi Outlander автомобиленә барып бәрелгән.

Аварияла бер кем дә зыян күрмәгән.

Автор:Юлай Мурзабаев