

Салауат ҡалаһы полицияһына 82 йәшлек пенсионерка мөрәжәғәт иткән. Ул бер нисә сәғәт элек билдәһеҙ ике ҡатын уның 124 мең һум аҡсаһын урлауы тураһында хәбәр иткән.
15 декабрҙә магазиндан ҡайтып барғанда уны таныш булмаған ике ҡатын туҡтатҡан. Уларҙың береһе пенсионерканан биш көнгә фатирға индереүен һораған. Бының өсөн улар уның торлағын шыршы менән биҙәргә тәҡдим иткән. Әбей ризалашҡан.
Фатирға ингәс, теге ҡатындарҙың береһе ғаилә фотоһына иғтибар иткән һәм хужабикәнең ейәнендә ҡурҡыныс боҙом булыуын, ул үләсәген әйткән. Ҡурҡҡан әбейгә ул үҙенең бағымсы булыуын һәм бушлай ярҙам итә алыуын хәбәр иткән. Ул икона, бер стакан һыу, ҡоро тупраҡ һораған. Аҙаҡ “бағымсы” хужабикәнең өйөндә булған аҡсаһын да ырымлаға кәрклеген әйткән. Пенсионерка “ҡотҡарыусы”ға 124 мең аҡсаһын биргәс, уларҙы сепрәккә төрөп, ниндәйҙер өшкөрөү һүҙҙәре әйткән һәм төргәкте кәштәгә һалып, кискә тиклем асып ҡарамаҫҡа ҡушҡан.
Ҡунаҡтар хужабикәне тынысландырып, үҙ эштәре менән сығып киткән. Пенсионерка кис еткәнен көтмәйенсә төргәкте асып ҡараған һәм унда гәзит киҫәгенән башҡа бер нимә лә тапмаған һәм алданғанын аңлағас, полицияға мөрәжәғәт иткән.
Тәртип һаҡсылары енәйәтселәрҙең фотороботтарын эшләгән, әле уларҙы эҙләү эштәре алып барыла.