

Дүртөйлө районында Дүртөйлө – Нефтекама автоюлының 25-се саҡрымында 16 декабрь төнөндә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы булған, тип хәбәр итә “Башинформ”.
БР буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, 51 йәшлек Өфө кешеһе идара иткән “ГАЗ” автомобиле менән Удмурт өлкәһенән 28 йәшлек водитель идара иткән Renault Fluence еңел автомобиле бәрелешкән. Һөҙөмтәлә иномарка водителе һәм уның 28 йәшлек пассажиркаһы авария урыныда вафат булған. Икенсе водитель дауаханаға оҙатылған.