Ваҡиғалар
17 Декабрь 2021, 06:43

Фермала сыҡҡан янғында малдар тереләй янған

16 декабрь кисендә сыҡҡан янғын шунда уҡ тотош ферманы ялмап ала.

Фермала сыҡҡан янғында малдар тереләй янғанФермала сыҡҡан янғында малдар тереләй янған
Фермала сыҡҡан янғында малдар тереләй янған

Тәтешле районындағы был 12х50 м ҙурлыҡтағы бер ҡатлы таҡта бина урындағы фермерҙыҡы була. Янғын һүндереүгә 9 кеше, биш техника йәлеп ителә. 23.37 сәғәттә асыҡ яныу тулыһынса һүндерелә. Әммә  12 һыйыр һәм ике атты ҡотҡара алмайҙар. 

Хәҙер тәфтишселәр янғындың сәбәптәрен асыҡлай.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас