Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
24 Декабрь 2021, 18:45

Ҙур авария теркәлгән

Зыян күреүселәр араһында 5 айлыҡ сабый ҙа бар

Ҙур авария теркәлгән
Ҙур авария теркәлгән

Бөгөн, 24 декабрҙә, Бәләбәй районында юл-транспорт ваҡиғаһы булған, тип хәбәр итә “Bash.news”.

Республика буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, авария Аксен-Аксаково-Бәләбәй автоюлының 38-се саҡрымында булған. Трассала «Рено Дастер» һәм «Лада Ларгус» автомобилдәре бәрелешкән.

ДТП-ла дүрт кеше: “Лада”ның водителе, “Рено”лағы ике пассажирка һәм шулай уҡ 5 айлыҡ бала йәрәхәтләнгән. Зыян күреүселәр дауаханаға оҙатылған. Ваҡиғаны тикшереү бара.

Фото: БР буйынса ЮХХДИ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: