Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
1 Ғинуар 2022, 17:15

Ике кеше төтөнгә тонсоғоп үлгән

Яңы йылдың беренсе көнөндә ике кеше янғында һәләк булған

Ике кеше төтөнгә тонсоғоп үлгән
Ике кеше төтөнгә тонсоғоп үлгән

Башҡортостандың Мәсетле районының Ҡотош ауылында 1 ғинуар иртәһендә янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр итә UFA-TOWN.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы белдереүенсә, янғын тураһында экстрен хеҙмәттәргә сәғәт 11-ҙән һуң хәбәр иткәндәр. Ҡотҡарыусылар килгәндә ағас йортта мейс алдында пледтар быҫҡып ятҡан. Ваҡиға урыныда 55 йәшлек ирҙең һәм 59 йәшлек ҡатындың кәүҙәләре табылған.

Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Яңы йыл төнөндә республикала 13 янғын булған.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: