Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
9 Ғинуар 2022, 08:45

Яңы финанс пирамидаһы

Кешеләр меңәр һумлап аҡсаһын юғалта

Яңы финанс пирамидаһы
Яңы финанс пирамидаһы

Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡатын, алдаҡсыларға ышанып, 50 мең һумдан артыҡ аҡсаһын финанс пирамидаһына һалған, тип яҙа News102.ru.

Ҡатын инвестициялар пирамидаһының рекламаһын интернетта күргән һәм ҡыҙыҡһынып, заявка ҡалдырған. Уның менән тиҙ арала бәйләнешкә ингәндәр һәм мул ғына өҫтәлмә килем вәғәҙә иткәндәр – уны алыу өсөн бер нимә лә эшләрәгә кәрәкмәй, аҡса һалыу етә, тигәндәр.

Ҡатын таныш булмаған кешенең вәғәҙәләренә ышанып, йыйған аҡсаһын, йәнәһе, инвестицияларға ризалашҡан. Күрһәтелгән реквизиттар буйынса ул 50 мең һумдан артыҡ аҡса күсергән.

Аҡса ла, ҡатын менән бәйләнешкә инеүсе лә юҡҡа сыҡҡас, ул полицияға мөрәжәғәт иткән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: