Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
10 Ғинуар 2022, 08:25

Йәштәр машинала тонсоҡҡан. Араһында үҫмерҙәр ҙә булған.

Был фажиғә күршеләрҙә теркәлгән

Йәштәр һәм үҫмерҙәр машинала тонсоҡҡан
Йәштәр һәм үҫмерҙәр машинала тонсоҡҡан

8 ғинуар иртәнге сәғәт 06.10-да Ырымбур өлкәһенең Адамовка ауылында шәхси ихаталағы гаражда торған автомобиль салонында ошо ҡасабала йәшәгән 19, 15, 15 йәшлек һәм Ырымбурҙан килгән 18 йәшлек егеттәрҙең йәнһеҙ кәүҙәһе табыла. Был ваҡытта гараж ҡапҡаһы ябыҡ, ә ишеге саҡ ҡына ҡыҫылған була. Эшләп ултырған автомобилдең ишектәре шулай уҡ ябыҡ була. Күреүселәр гаражда автомобиль двигателе эшләүҙән бүленгән газдың көслө булыуын билдәләй. Йәштәр автомобилдә спиртлы эсемлектәр эсеп ултырғанлығы билдәле була. Уларҙың тәндәрендә йәрәхәттәр табылмаған, һөрөм газына ағыуланыуҙары күҙаллана.

РФ Тәфтиш комитетының Ырымбур өлкәһе буйынса тәфтиш органдары дүрт кешенең, шул иҫәптән ике үҫмерҙең үлеме буйынса РФ Енәйәт Кодексының 109-сы статьяһының 3-сө өлөшө, йәғни "Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике һәм унан күберәк кешене үлтереү" буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Мәғлүмәт һәм фото oren.sledcom.ru

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: