Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
13 Ғинуар 2022, 13:15

85 йәшлек пенсионерканың миллион һумдан ашыу аҡсаһын урлағандар

Енәйәтселәр үҙҙәрен социаль хеҙмәткәр тип танытҡан

85 йәшлек пенсионерканың миллион һумдан ашыу аҡсаһын урлағандар
85 йәшлек пенсионерканың миллион һумдан ашыу аҡсаһын урлағандар

Нефтекама ҡалаһында 85 йәшлек ҡатындың миллион һумдан ашыу аҡсаһын урлаусыларҙың береһе видеокүҙәтеү камераһына эләккән, тип хәбәр итте Bash.news. Үҙҙәрен социаль хеҙмәткәр тип танытҡан билдәһеҙ кешеләр оло йәштәге ханымдың ышанысын яулаған.

Аҡса реформаһы көтөлөүе тураһында һүҙ башлап, уның фатирына уҡ үтеп ингән. Мутлашыуҙа ғәйепләнеүселәр өйҙән сығып киткәндән һуң, оло йәштәге ҡатын миллион һумдан ашыу аҡсаһы юғалыуын асыҡлаған.

Тәртип һаҡлау органдары, видеояҙмаға эләккән кеше тураһында мәғлүмәтте эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә йәки ышаныс телефонына шылтыратып еткереүҙе үтенә. Оло йәштәгеләрҙе, мутлашыусылар эш итеүе тураһында иҫкәртеү кәрәклеге тураһында ла билдәләнә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: