Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
17 Ғинуар 2022, 09:45

Йоҡлап ятҡан улын сәнсеп үлтергән

Үҙ улын үлтергән әсәгә ҡарата енәйәт эшен ҡаралды

Йоҡлап ятҡан улын сәнсеп үлтергән
Йоҡлап ятҡан улын сәнсеп үлтергән

Дәүләкән районы суды үҙ улын үлтергән әсәгә ҡарата енәйәт эшен ҡараны.

Судтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 70 йәшлек ҡатын йоҡлап ятҡан улының күкрәгенә бысаҡ менән сәнскән, тип яҙа “Башинформ”.

Үҙенең ҡылығын ул улының тәртипһеҙлеге өсөн үс алыуы менән аңлатҡан. Ҡатын әйтеүенсә, улы эскән, уны туҡмаған, мебелде емергән. Характерлаусы материалдарҙан күренеүенсә, әсәй ҙә, улы ла спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан.

Суд ҡатынды дүрт йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарған.

Фото: Ксения Калинина / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: