Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
17 Ғинуар 2022, 10:45

Юл фажиғәһендә йәш ярымлыҡ баланың әсәһе һәләк булған

Улы дауаханаға оҙатылған

Юл фажиғәһендә йәш ярымлыҡ баланың әсәһе һәләк булған
Юл фажиғәһендә йәш ярымлыҡ баланың әсәһе һәләк булған

Юл фажиғәһе 16 ғинуарҙа, киске сәғәт 5-тә Стәрлетамаҡ районында, Стәрлетамаҡ-Федоровка автомобиль юлының 33-сө саҡрымында булған, тип хәбәр итте “Башинформ”.

Билдәле мәғлүмәттәр буйынса, Стәрлетамаҡта йәшәгән 27 ҡатын идара иткән «ЗАЗ Chance» ҡаршыға килгән «Chevrolet Cruze» менән бәрелешкән. Рулдә Стәрлетамаҡтан 29 йәшлек ир ултырған.

«Аварияла «ЗАЗ Chance» водителе ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Уның йәш ярымлыҡ улы, шулай уҡ икенсе водитель һәм уның ҡатыны дауаханаға оҙатылған», — тип хәбәр иткән Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: