+18 °С
Болотло
Бөгөн киске сәғәт алтынсыла Дүртөйлө районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Авария Дүртөйлө – Нефткама автоюлының 2-се саҡрымында булған. Юлда Lada Granta һәм Lada Largus автомобилдәре бәрелешкән.
БР буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Lada Granta автомобилендәге ир һәм ҡатын һәләк булған.
Фото: БР буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте