Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
19 Ғинуар 2022, 16:45

Китеп барған автобусты ут ялмаған

Пассажир автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Китеп барған автобусты ут ялмаған
Китеп барған автобусты ут ялмаған

Бөгөн, 19 ғинуарҙа, Салауатта пассажирҙар автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, тип хәбәр итә Bash.news

Үҙ маршруты буйынса китеп барған маршрут таксийы янып киткән. Был хәл Салауат Юлаев бульвары урамында булған. Янғынды һүндереүҙә 4 берәмек махсус техника һәм 9 кеше ҡатнашҡан.

Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ. Пассажирҙар һәм водитель автобустан үҙаллы сығып өлгөргән.

Фото: МЧС по РБ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: