Ваҡиғалар
25 Января 2022, 10:25

Полиция ҡурҡыныс енәйәтсене эҙләй

Ике иргә бысаҡ менән сәнскәндәр

Полиция ҡурҡыныс енәйәтсене эҙләйПолиция ҡурҡыныс енәйәтсене эҙләй
Полиция ҡурҡыныс енәйәтсене эҙләй

Баймаҡта берәү урындағы кафе-бар янында ике иргә бысаҡ менән сәнскән. Ваҡиға урынына полиция һәм ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре килгән. Ҡанға батҡан ирҙәр дауаханаға оҙатылған, тип хәбәр итә “Башинформ” агенлығы.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төндә Стаханов урамында һуғышҡандар.

«Төндә полицияға Баймаҡтың Стаханов урамында бер нисә ир-егеттең һуғышыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Ике иргә бысаҡ менән сәнскәндәр. Әле полицейскийҙар енәйәтсене эҙләй», — тип белдерҙеләр республиканың Эске эштәр министрлығында.

Фото: социаль селтәрҙәр

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас