Ваҡиғалар
25 Ғинуар 2022, 06:45

Үҙ әсәһен талаған

Ир кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған

Үҙ әсәһен талағанҮҙ әсәһен талаған
Үҙ әсәһен талаған

Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе ҡатын полицияға мөрәжәғәт итеп, фатирын талауҙары тураһында хәбәр иткән. Был хәл тураһында республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр, тип яҙа Bash.news.

Күп тә үтмәй полиция бүлегенә ҡатындың 32 йәшлек улы килтерелгән. Тикшереү барышында уның быға тиклем бер нисә тапҡыр хөкөм ителеүе асыҡланған.

“По версии следствия, 32-летний подозреваемый пришел в тот день домой к маме. Воспользовавшись ее уходом из дома, похитил монитор и из системного блока комплектующие: блок питания, видеокарту, жесткий диск, материнскую плату, модуль памяти, которые в последующем продал в ломбарде по паспорту своего знакомого. Ущерб родительнице составил более 26 тысяч рублей. Полученные деньги нерадивый сын потратил на личные нужды”, – тип хәбәр итте БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ир кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уны биш йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас