Белорет районыныда, Өфө-Инйәр-Белорет трассаһының 208-се саҡырымында "Chevrolet Niva" автомобиле менән идара иткән 70 йәшлек ир 32 йәшлек ҡатындың автомобилдән ҡолап ҡалыуына юл ҡуйған. Пассажир алынған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында, медицина ярҙамы килгәнсе үк, йән биргән.
Был факт буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлаған.
Хөрмәтле водитель райондаштар! Автомобилгә ултырыу менән, ҡуҙғалырҙан алда үҙегеҙ ҙә хәүефһеҙлек ҡайышы тағығыҙ, пассажирҙарҙан да быны талап итергә онотмағыҙ! Юлдарыбыҙ имен булһын!