Ваҡиғалар
29 Ғинуар 2022, 12:45

Янғында газ баллоны шартлаған

Кешеләр торлаҡһыҙ ҡалған

Янғында газ баллоны шартлағанЯнғында газ баллоны шартлаған
Янғында газ баллоны шартлаған

Бөгөн таң менән райондың Шудек ауылында ла янғын һәм шартлау булған. Был хаҡта “Янаульские зори” хәбәр итте. Италмаҫ биҫтәһендә газобетондан төҙөлгән, сайдинг менән көпләнгән йорт янып киткән. Күршеләре әйтеүенсә, ут ишеккә яҡын урынлашҡан ҡаҙанлыҡ тирәһенән сыҡҡан. Унда йәшәгән кешеләр запас ишек аша ҡасып ҡотолған.

Янғын башланғас, бинала торған газ баллоны шартлап, өйҙөң бер стенаһы емерелә. Ярай әле, зыян күреүселәр, ҡорбандар юҡ.

Ҡотҡарыусылар килеп етеп, утты һүндерә. Янғын сығыу сәбәбе асыҡлана.

Фото: ПСЧ-109.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас