Ваҡиғалар
29 Января 2022, 14:45

Юл фажиғәһендә бер бала һәләк булған

«Лада Калина» һәм «Chevrolet Niva» автомобилдәре бәрелешкән

Юл фажиғәһендә бер бала һәләк булғанЮл фажиғәһендә бер бала һәләк булған
Юл фажиғәһендә бер бала һәләк булған

Бөгөн, 29 ғинуарҙа, Мәләүез районында юл-транспорт ваҡиғаһында 14 йәшлек малай һәләк булған, тип хәбәр итә республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте.

Көндөҙгө сәғәт өс тирәһендә Мәләүез – Федоровка юлында Салауат ҡалаһынан 35 йәшлек ҡатын идара иткән «Лада Калина» һәм Мәләүездән 51 йәшлек ир кеше идара иткән «Chevrolet Niva» автомобилдәре бәрелешкән.

Авария һөҙөмтәһендә “Лада” водителенең 14 йәшлек улы “ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе вафат булған, 6 йәшлек ҡыҙы йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Фото: пресс-служба УГИБДД по РБ

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас