Ваҡиғалар
2 Февраль 2022, 13:45

Хәле бик ауыр

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында аварияла йәрәхәтләнгән әсә менән ике баланың хәле тураһында хәбәр иттеләр

Хәле бик ауырХәле бик ауыр
Хәле бик ауыр

“Башинформ” агентлығына Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 34 йәшлек пациентканың хәле – бик ауыр, алты йәшлек малайҙыҡы ауыр, 14 йәшлек малайҙыҡы еңелсә ауырлыҡ дәрәжәһендә, тип баһалана.

“Ҡалған өс кеше амбулатор хеҙмәтләндерелде. Ашығыс ярҙам машинаһында булған водитель һәм табип зыян күрмәгәндәр”, – тип хәбәр иткән матбуғат хеҙмәте.

Авария бөгөн, 2 февралдә, сәғәт 11.00 тирәһендә булған. Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы юлында 127-се саҡрымда Баҡалы үҙәк район дауаханаһының медицина хеҙмәтенең «Лада Ларгус» автомобиле менән «ВАЗ-21140» бәрелешкән. ДТП-ла өс бала һәм өс өлкән кеше зыян күргән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас