

Кисә киске сәғәт алты тирәһендә Белорет – Отнурок автоюлында Силәбе өлкәһенән туристар ултырған автобус ауған, тип хәбәр итә “Башинформ”. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, шәхси Mercedes-Benz Sprinter микроавтобусы водителе кюветҡа төшөп киткән һәм ҡабырғаһына ҡолаған.
Юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Автобуста бөтәһе 19 турист һәм водитель булған, балалр булмаған. Пассажирҙарҙы Белорет районының мәғариф бүлеге автобустары менән Белорет автовокзалына алып барғандар.