

«Илназ уҡығанда беҙгә бер нимә лә әйтмәне. Тик Яңы йылдан һуң мәктәптә уны яфалауҙары турында һөйләне, йәнәһе, бәҙрәфкә бикләнеп илаған да», - тип һөйләгән «БИЗНЕС Online» хәбәрсеһенә уның әсәһе. Был хаҡта “Ҡыҙыл таң” гәзите яҙа.
Ата-әсә шулай уҡ улдарының тәртибе 2021 йылдың ғинуарында ҡапыл үҙгәреүен хәбәр иткән. Илназ ағаһы менән һуғыша, ата-әсәһен исем-фамилиялары менән атай башлаған, барыһын да «пофиг» дигән. "Илназ бүлмә, шкаф ишектәрен бәреп ябып йөрөй башланы. Йәки төндә ирем менән беҙҙең бүлмәгә инеп, ҡайҙалыр йыраҡҡа ҡарап тора ине», – тип иҫкә ала Наилә Ғәләүиева.
Шулай уҡ әсәһе Илназ һәр ваҡыт иғтибарлы һәм бөхтә ине, үлемдән бик ҡурҡты, тип һөйләй. «Уның миңдәре күп, әйтәйек, ул ҡояшта ҡыҙыныуҙан яман шеш килеп сығырға мөмкин, тип ҡурҡты. Телефонды бүлмәлә бер ҡасан да тотманы һәм ағаһын да нурланыш булмаһын өсөн телефонын төнгә кухняға ҡуйырға мәжбүр итә ине. Машина йөрөтөргә лә уҡырға теләмәне, сөнки авариялар күп, үлемдән ҡурҡты», - тип хәбәр итә ханым.
Ринат Ғәләүиев, үҙ сиратында, атыш ваҡытында яраланған баланың ата-әсәһе менән осрашыуын әйткән. Ата кеше улы бындай енәйәтте яңғыҙы ғына ҡылыуына ышанмай. «Мин бер яралы баланың ата-әсәһе менән осраштым. Улар беҙҙең яҡлы. Сәй эсерҙеләр, беҙҙең урында һәр кеше була ала, тинеләр. Илназдың был эште үҙе уйлап башҡарыуына һәм был енәйәтте яңғыҙы ғына ҡылыуына ышанмайбыҙ», – тип белдергән ул.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә Ҡазандың 175-се гимназияһында 2021 йылдың 11 майында булды. Ул саҡта ҡоралланған енәйәтсе белем биреү учреждениеһына инә һәм кешеләргә ата башлай. Ул көндә 9 кеше һәләк булды, 32 кеше зыян күрҙе.