

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 10 февраль төнөндә Октябрь проспектында урынлашҡан “Азимут” ҡунаҡханаһы бинаһында төтөн булыуы тураһында хәбәр иткәндәр, тип яҙа “Башинформ”.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡотҡарыусылар ҡунаҡхана подвалында майҙаны 5 кв м булған янғын сығыуын асыҡлаған. Янғын 15 минут эсендә һүндерелгән. Был ваҡиғала бинанан 104 кеше эвакуацияланған, улар араһында балалар юҡ.
Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы