+24 °С
Ямғыр


Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 10 февраль иртәһендә Бәләбәй районының Аделькин ауылында торлаҡ йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Ваҡиға урынына экстрен хеҙмәттәр ебәрелгән, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Янғын һүндерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған ике ир кеше табылған. Уларҙың шәхестәре асыҡлана, тип хәбәр иткән БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.