Ваҡиғалар
14 Февраля 2022, 04:35

10 йәшлек малай юғалған

Бала урамда йөрөп килергә сыҡҡан һәм кире ҡайтмаған

10 йәшлек малай юғалған10 йәшлек малай юғалған
10 йәшлек малай юғалған

Башҡортостандың баш ҡалаһында 13 февралдә юғалған 10 йәшлек малайҙы эҙләйҙәр, тип хәбәр итә “Башинформ”. Арсений Иҙиәтуллин урамда йөрөп килергә сыҡҡан һәм кире ҡайтмаған.

Уны күреүселәрҙән йәки ҡайҙалығын белеүселәрҙән полицияға йәки “Лиза Алерт” телефонына: 8 800 700 54 52 шылтыратыуҙарын һорайҙар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас