Ваҡиғалар
14 Февраль 2022, 06:45

Ейәнсура районында аварияла балалар йәрәхәтләнгән

Ҡапма-ҡаршы килгән автомобилдәр бәрелешкән

Ейәнсура районында аварияла балалар йәрәхәтләнгәнЕйәнсура районында аварияла балалар йәрәхәтләнгән
Ейәнсура районында аварияла балалар йәрәхәтләнгән

Кисә кис Ейәнсура районында Таҙлар ауылынан алыҫ түгел Магнитогорск – Ира автоюлының 237-се саҡрымында Өфө ҡалаһынан 24 йәшлек водитель идара иткән Hyundai Accent,  һәм уға ҡаршы килгән 34 йәшлек ир идара иткән LADA Granta автомобилдәре бәрелешкән.

Төбәк дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса юл-транспорт ваҡиғаһында Лада автомобилендәге ике пассажир, 10 һәм 8 йәшлек балалар, төрлө йәрәхәттәр алған. Шулай уҡ Hyundai автомобиленең пассажиркаһына медицина ярҙамы талап ителгән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас