+24 °С
Ямғыр


17 февраль кисендә Өфөлә ғәжәйеп хәл булған. Ҡаланың Степан Кувыкин урамында туғыҙ ҡатлы йорттоң һигеҙенсе ҡатындағы тәҙрәнән оло йәштәге ҡатын ҡолаған, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы.
Был хәл менән таныш булған сығанаҡ хәбәр итеүенсә, ҡолап төшкән 79 йәшлек ҡатынға медицина ярҙамы талап ителмәгән, ул ваҡиға урынынан үҙаллы ҡайтып киткән.