Ваҡиғалар
18 Февраль 2022, 06:45

Водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән легаль булмаған таксист ҡулға алынған

Башҡортостанда йыл башынан легаль булмаған таксистар ҡатнашлығындағы аварияларҙа биш кеше һәләк булған

Водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән легаль булмаған таксист ҡулға алынғанВодитель танытмаһынан мәхрүм ителгән легаль булмаған таксист ҡулға алынған
Водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән легаль булмаған таксист ҡулға алынған

Өфөнән сыҡҡан урында юл инспекторҙары автомобиль тулы пассажирҙар менән Өфө – Ҡариҙел маршруты буйынса юлланған таксисты туҡтатҡандар. Урында водителдең танытмаһы булмауы асыҡланған. Дөрөҫөрәге, уның танытмаһы үҙе менән булған, әммә суд уны бер йыл элек транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм иткән, тип хәбәр итә БЮТ.

Тәртип һаҡсыларына водитель, тәүҙә документымды юғалтҡайным, аҙаҡ таптым, тип аңлатҡан. Һәм праваһы үҙендә булғас, тимәк, машинала йөрөргә, хатта пассажирҙар йөрөтөргә мөмкин.

“Бомбила”ның пассажирҙарын автомобилдән төшөргәндәр, машинаны штраф туҡталышына оҙатҡандар, ә водитель төндө ваҡытлыса тотоу камераһында үткәргән. Аҙаҡ суд уны ҡулға алыу тура ҡарар ҡабул иткән.

Башҡортостанда йыл башынан легаль булмаған таксистар ҡатнашлығындағы аварияларҙа биш кеше һәләк булған. Республикала уларға ҡаршы көрәш буйынса рейдтар дауам итә.

Фото: БЮТ

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас