Ваҡиғалар
19 Февраль 2022, 12:35

Күмертауҙа, гараждар араһында ҡатын-ҡыҙ мәйете табылыуы тураһында яҙғайныҡ

Тәфтишселәр уның кем булыуын һәм ни өсөн сисенгәнлеге тураһында хәбәр итте

Күмертауҙа, гараждар араһында ҡатын-ҡыҙ мәйете табылыуы тураһында яҙғайныҡКүмертауҙа, гараждар араһында ҡатын-ҡыҙ мәйете табылыуы тураһында яҙғайныҡ
Күмертауҙа, гараждар араһында ҡатын-ҡыҙ мәйете табылыуы тураһында яҙғайныҡ

Күмертау ҡалаһында мәйет табылыуы тураһында яҙғайныҡ.

Ҡатындың өҫ кейеме ситтәрәк ятыуы, уға ҡарата көс ҡулланылыуы фараздарын тыуҙырған ине. Әле тәфтиш органдары хәбәр итеүенсә, ҡатын Ермолаево ауылында йәшәгән 25 йәшлек Вера Г. булыуы асыҡланған. Йәш ҡатын күңел асырға яратҡан һәм, суд-медицина тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, был төндә лә ул иҫерек ҡайтып барған. Пальтоһы ситтә табылһа ла криминал юҡ, тиелә. Белгестәр әйтеүенсә, кеше туңып барһа, мейе организмға яңылыш сигнал ебәрә һәм кеше, үҙенә эҫе тип тойоп, сисенә башлай.

Әле тәфтишселәр тикшереү эшен дауам итә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас