Ваҡиғалар
22 Февраль 2022, 04:50

Ике ай ярым буйы эҙләгән ир табылған

Былтыр ноябрҙә сәйер рәүештә ғәйеп булған 32 йәшлек Арыҫлан Тайыповты эҙләү туҡтатылған

Ике ай ярым буйы эҙләгән ир табылғанИке ай ярым буйы эҙләгән ир табылған
Ике ай ярым буйы эҙләгән ир табылған

Сорғотҡа эшкә барып, былтыр 29 ноябрҙә сәйер рәүештә ғәйеп булған 32 йәшлек Арыҫлан Тайыповты эҙләү туҡтатылған, тип хәбәр итә “Башҡортостан” гәзите.

Туғаны әйтеүенсә, ул иҫән-һау, барыһы ла яҡшы.

Күпме кеше уны эҙләп, хәбәр көтөп өҙгөләнгәндә, ҡайҙа йөрөгән һуң ул?

– Был ваҡыт арауығында ул Өфөлә заводта эшләп йөрөгән. Бар туғандары аҡылдан яҙырҙай булып уны эҙләгәндә ни өсөн иҫкәртмәгәндер – аңлашылмай, – тигән апаһы "Комсомолка" хәбәрсеһенә.

Арыҫлан Себергә эшкә китеп, бер көндө танышы менән талашҡандан һуң йыйынып сығып китеп, эҙһеҙ юғалған булған. Ирҙе 2,5 ай буйы тиерлек урындағы ирекмәндәр һәм полиция эҙләне.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас