Ваҡиғалар
22 Февраль 2022, 06:45

Улын ҡайнар һыу менән бешергән, ҡыҙын туҡмаған, ҡатынын бысаҡ менән яралаған

Ир кеше бөтә ғаиләһен ҡурҡытып тота

Улын ҡайнар һыу менән бешергән, ҡыҙын туҡмаған, ҡатынын бысаҡ менән яралағанУлын ҡайнар һыу менән бешергән, ҡыҙын туҡмаған, ҡатынын бысаҡ менән яралаған
Улын ҡайнар һыу менән бешергән, ҡыҙын туҡмаған, ҡатынын бысаҡ менән яралаған

Өфө ҡалаһының Октябрьский районы прокуратураһы бәлиғ булмаған балаларға ҡарата рөхсәт ителмәгән тәрбиә ысулдарын ҡулланыу факты буйынса тикшереү үткәрҙе, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Асыҡланыуынса, бер ҡайҙа ла эшләмәгән атай кеше эскелек менән мауыҡҡан һәм үҙенең атайлыҡ бурыстарын үтәмәгән.

БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ғинуарҙа ул 9 йәшлек улының аяғына сәйнүктән ҡайнар һыу һипкән. Аҙаҡ 14 йәшлек ҡыҙын туҡмаған, шулай уҡ ҡатынының аяғын бысаҡ менән яралаған.

Балалар менән ҡаты мөғәмәлә итеү факты буйынса прокуратура тикшереү ойошторған, уның һөҙөмтәһе буйынса балаларҙың атаһына енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас