

Бөгөн, 26 февралдә “Өфө” халыҡ-ара аэропорты иртәге сәғәт 4.30-ҙан бөтә авиакомпанияларҙың рейстарын ҡабул итеүҙе һәм сығарыуҙы туҡтатты, тип хәбәр итә “Башинформ”.
“Сәбәбе – һауа шарттары, атап әйткәндә, көслө томан”, – тип хәбәр иткән аэропорт диспетчеры Лиана Ғәйнетдинова.
Башҡортостанға осоусы ҡайһы бер самолеттарҙы күрше төбәктәрҙең һауа порттарына ебәргәндәр, икенселәрен, мәҫәлән, “Победа” авиакомпанияһының Мәскәүҙән рейсын, кире борғандар.
Фото: Башинформ.