

Башҡортостандың Әлшәй районында көслө томан шарттарында ВАЗ-2115 һәм уға ҡаршы килгән Ford Transit автобусы бәрелешкән, тип хәбәр итә “Башинформ” республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә таянып.
“Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр юҡ. Пассажир автобусы “Раевка-Уфа” маршруты буйынса китеп барған, салонда һигеҙ пассажир булған”, – тип хәбәр иткән юл инспекторҙары. Бөтә пассажирҙарҙы ла икенсе автобусҡа тәғәйенләнгән пунктҡа оҙатҡандар.