

Бөгөн Эске эштәр министрлығының Благовещенск ҡалаһындағы бүлегенә селтәр магазиндарының береһендә ҡанға батҡан ирҙе табыуҙары тураһында хәбәр иткәндәр. “Башинформ” яҙыуынса, полицейскиҙар килгәндә зыян күреүсе аңында булған һәм уны танышы туҡмауын әйткән.
Тәртип һаҡсылары шик аҫтына алыныусыны тапҡан һәм ул зыян күреүсенән урлаған телефонды тартып алғандар. Уның һүҙҙәренән конфликт ҡатын-ҡыҙ арҡаһында килеп сығыуы билдәле булған. Зыян күресегә ул балта, ҡулдары менән һуҡҡан һәм типкеләгән.
«В настоящее время потерпевший проходит судебную медэкспертизу для определения степени тяжести полученных телесных повреждений. Ведется разбирательство», – тип хәбәр итә урындағы «Панорама» гәзите тәртип һаҡлау органдарындағы сығанаҡҡа һылтанма менән.