

Баймаҡ халҡы өсөн ике көн буйына барған буран етди эҙемтәләр ҡалдырған. Ҡала башлығы Радмир Иҫәнбаев социаль селтәрҙә өс метр бейеклек көрттәр барлыҡҡа килеүе тураһында хәбәр итте.
“Аҡман-тоҡман” – Башҡортостанда яҙға күсеүҙе белдереүсе көслө буран. Март бурандары үтмәйенсә ысын яҙ килмәй, тип иҫәпләнә. Баймаҡта 2 көн буран ҡоторҙо”, – тип яҙҙы башлыҡ.
Айырыуса Кәкреауыл, Малыш һәм Көньяҡ микрорайондары халҡы ҡар тотҡонлоғонда ҡалған. Коммуналь хеҙмәттәргә юлдарҙы асыу өсөн өс көн буйына көсөргәнешле режимда эшләргә тура килгән.