

Башҡортостанда 13 мартта Стәрлетамаҡта юғалған өс малайҙы эҙләү туҡтатылған. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте “Башинформ” агентлығына балаларҙы Стәрлетамаҡта 14 мартта иртәнсәк табыуҙары тураһында хәбәр иткән.
“Уҡыусылар бәлиғ булмағандар эштәре буйынса подразделение хеҙмәткәрҙәре тарафынан табылды. Әлеге ваҡытта улар ата-әсәләренә тапшырылды. Балаларҙың өйҙән сығып китеү шарттары асыҡлана”, – тип белдергәндәр министрлыҡтан.
16, 13 һәм 7 йәшлек малайҙарҙың 13 мартта өйҙәренән билдәһеҙ йүнәлештә сығып китеүҙәре хаҡында “Отклик” төркөмө ирекмәндәре хәбәр иткәйне.
Фото: группа "Отклик", Vk